Урын. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Урын


Ҡай берәүгә баһа биргән мәлдә,
Һирәк, тибеҙ, оса бейектә,
Ҡанаттары болот телгәндәрҙе
Ғәйепләйбеҙ: алыҫ ерлектән.
Сая бөркөт талға ҡунмаҫ инде
Күк иңләүе - үҙе йыр ҙаһа,
Һандуғасҡа ниңә бейек ҡая,
Бәғереңде өҙөр – һайраһа.
Бейек, түбән, тиеп ғәйепләүҙән
Туҡтамайбыҙ икән ник һаман?!
Һәр бер заттың барсы үҙ урыны,
Үҙ урыны уға тап-таман.


2012